-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Март 2021, 14:12

Хеҙмәт ветераны көнө булдырыла

Киләһе йылдан 18 ғинуарҙа Хеҙмәт ветераны көнөн билдәләйәсәкбеҙ. “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында”ғы республика законына үҙгәрештәр ҡабул ителгәндән һуң яңы байрам көнө календаргә индереләсәк.

“Иҫтәлекле датаны булдырыу республика байлығын намыҫлы хеҙмәте менән тыуҙырған граждандарҙың ҡаҙаныштарын таныу һәм хөрмәтләү билдәһе буласаҡ. 1974 йылдың 18 ғинуарында илебеҙҙә “Хеҙмәт ветераны” тигән миҙал булдырылды. Награда халыҡ хужалығында, фән, мәҙәниәт, халыҡ мәғарифы, һаулыҡ һаҡлау тармаҡтарында, дәүләт учреждениеларында һәм йәмәғәт ойошмаларында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт өсөн бирелде. Миҙал менән пенсия тәғәйенләү өсөн тейешле стажы булған эшселәр, колхозсылар һәм хеҙмәткәрҙәр наградланды,” - тигән аңлатма бирҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.