Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Март 2021, 11:32

Республикала өҫтәмә вакцинациялау пункттары асыла

Яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы өҫтәмә вакцинациялау пункты ҡаланың "Аструм" ҡала баҙары территорияһында ла эшләй. Модуль пункты көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем эшләй.

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы өҫтәмә вакцинациялау пункттары асыла. Өфөлә – «Мега», «Планета» сауҙа үҙәктәре, «Башҡортостан» лайф-стайл үҙәге, Стәрлетамаҡта – «СитиМолл» сауҙа үҙәге. Республика хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөн оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта һөйләне.
«Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында даими мобиль пункт эшләй, ул үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте лә инде. 15 марттан 19-ына тиклем бында 567 кеше прививка яһатҡан», — тип хәбәр итте Забелин.
Ошондай уҡ вакцинациялау пункты ҡаланың "Аструм" ҡала баҙары территорияһында ла эшләй. Модуль пункты көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем эшләй.
Фото: Белорет дауаханаһы сайтынан.
Читайте нас: