Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Март 2021, 11:19

Сирҙе ваҡытында асыҡлау мотлаҡ

Халыҡты диспансерлаштырыу сараһы инфекциялы булмаған хроник сирҙәрҙе асыҡлау, инвалидлыҡ, иртә үлем осраҡтарын кәметеү, ғүмер оҙонлоғон оҙайтыу йәһәтенән үткәрелә.

Халыҡты диспансерлаштырыу сараһы инфекциялы булмаған хроник сирҙәрҙе асыҡлау, инвалидлыҡ, иртә үлем осраҡтарын кәметеү, ғүмер оҙонлоғон оҙайтыу йәһәтенән үткәрелә.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының амбулатор медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу бүлеге начальнигы Альбина Танһыҡҡужина әйтеүенсә, быйыл республикала 939058 кешене тикшерергә ниәтләйҙәр.
– Сараны үткәреүҙә республикалағы 83 медицина ойошмаһы ҡатнаша. Ағымдағы йылдың тәүге ике айында 105263 кеше диспансерлаштырыуҙың тәүге этабын үткән.
Уның һөҙөмтәһендә 4828 кеше тәүге тапҡыр асыҡланған сирҙәр буйынса күҙәтеүгә алынған, 1920 кеше өҫтәмә тикшереүҙәргә ебәрелгән, 2624 кеше шифахана-курорт дауалауына йүнәлтелгән. 69 пациент буйынса юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһе хәл ителә, – ти ведомство белгесе.
Диспансерлаштырыу һөҙөмтәһе буйынса айырым сирҙәр менән тәүге тапҡыр сирләүҙең 5513 осрағы асыҡланған. Тәүге урында – ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре: 2141 осраҡ. Икенсе урында – аш һеңдереү ағзалары сирҙәре: 666 осраҡ. Өсөнсөлә – тын юлдары (490 осраҡ ) ауырыуҙары.
Социаль йәһәттән айырым иғтибар талап иткән сирҙәр ҙә бар: 21 яман шеш, 162 шәкәр диабеты осрағы теркәлгән. 1281 кеше юғары ҡан баҫымынан яфалана, 262 кешелә йөрәктең ишемия сире бар.
Альбина Танһыҡҡужина диспансерлаштырыу үтеү йәһәтенән 2019 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәт ҡануниәтенә индерелгән үҙенсәлекте лә билдәләп уҙҙы: дауаханала тикшереү үткән көндә хеҙмәткәргә түләүле ял көнө бирелергә тейеш.
Яңы нормалар буйынса, диспансерлаштырыу үткән хеҙмәткәргә өс йылға бер түләүле көн бирелә, уның уртаса эш хаҡы, эш урыны һаҡлана.
Бының өсөн хеҙмәткәр ғариза яҙырға һәм диспансерлаштырыу көнөн эш биреүсе менән килешеп билдәләргә тейеш.
Читайте нас: