Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2021, 15:15

Атай-әсәйҙәр имтихан тотто

Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан бишенсе йыл рәттән ойошторолған “Атай-әсәйҙәрҙең берҙәм БДИ тапшырыу көнө” Бөтөн Рәсәй акцияһына ҡаланың 14-се гимназияһы ла дәррәү ҡушылды. Уҙған аҙнала 18 атай-әсәй мәктәп тамамларға йыйынған ҡыҙ-улдарының ниндәй етди һынау алдында тороуын, имтихандарҙың ни рәүешле үтеүен “үҙ башынан кисерҙе”.

Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан бишенсе йыл рәттән ойошторолған “Атай-әсәйҙәрҙең берҙәм БДИ тапшырыу көнө” Бөтөн Рәсәй акцияһына ҡаланың 14-се гимназияһы ла дәррәү ҡушылды. Уҙған аҙнала 18 атай-әсәй мәктәп тамамларға йыйынған ҡыҙ-улдарының ниндәй етди һынау алдында тороуын, имтихандарҙың ни рәүешле үтеүен “үҙ башынан кисерҙе”.
- Берҙәм дәүләт имтиханына бала белем яғынан да, психологик йәһәттән дә әҙер килергә тейеш. Бында, әлбиттә, ғаиләнең, атай-әсәйҙең роле баһалап бөткөһөҙ. Әлеге акция сығарылыш класс уҡыусыларына, уларҙың атай-әсәйҙәренә Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнгәндә психологик көсөргәнешлектән ҡотолорға, экзамен тәртибе менән танышырға ярҙам итә. Бөгөн иһә атай-әсәйҙәр рус теленән тест формаһында имтихан бирә. Һөҙөмтәләр өс көндән һәр береһенең электрон почтаһына ебәрелә, - ти сараның маҡсаты тураһында 14-се мәктәптең уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары Лариса Рим ҡыҙы Ибраһимова.
Һынауға килеүселәр телефон һәм башҡа шәхси әйберҙәрен тапшырып, металл эҙләү ҡоролмаһы аша үтә һәм паспорт, ручка менән генә аудиторияға уҙа. Имтихан йәһәтенән инструктаж алғас, экзамен эштәренең ни рәүешле таратылыуын да үҙ күҙҙәре менән күрҙе атай-әсәйҙәр.
- Ниндәй генә йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан, имтихан тотоу - психологик йәһәттән ҙур көсөргәнеш ул. Парта артына килеп ултырыу менән һәләк тулҡынландым, хатта ки ҡурҡыу тойғоһо кисерҙем. Шулай ҙа быйыл XI класты тамамлаған ҡыҙым Агата өсөн артыҡ борсолмайым. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Санкт-Петербург вуздарының береһенә уҡырға инеүҙе маҡсат иткән ҡыҙыбыҙ һынатмаҫ, тип ышанабыҙ, ти атай-әсәйҙәрҙең береһе Юлия Писарева.
Берҙәм дәүләт имтиханына ла күп ваҡыт ҡалманы. Быйыл ҡала-районда йәмғеһе 449 уҡыусы БДИ тапшыра. Унберенселәр 31 май - география, әҙәбиәт, химия, 3, 4 июнь - рус теле, 7 июнь - профилле математика, 11 июнь - тарих, физика, 15 июнь - йәмғиәтте өйрәнеү фәне, 18, 21, 22 июнь - сит телдәр, 24, 25 июнь информатика һәм мәғлүмәти-коммуникацион технологиялар буйынса имтихан тотасаҡ.
Читайте нас: