Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2021, 16:42

Ауыл хужалығы техникаһы өсөн запас частар етештереү буйынса яңы предприятиеға старт бирелде

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 31-се «АгроКомплекс-2021» халыҡ-ара күргәҙмәһен асыу тантанаһында телекүпер режимында яңы производствоға старт бирҙе.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 31-се «АгроКомплекс-2021» халыҡ-ара күргәҙмәһен асыу тантанаһында телекүпер режимында яңы производствоға старт бирҙе. «Акрос РБ» компанияһы республикала ауыл хужалығы техникаһы өсөн запас частар һәм агрегаттар сығарыу буйынса яңы етештереү цехын асты.
2020 йылдың 16 апрелендә уҙған «Инвестиция сәғәте»ндә предприятие тәүге тапҡыр республика етәксеһенә ошондай цех булдырыу проектын тәҡдим иткәйне. Башланғыс республика Инвестиция комитетында хуплау тапты.
Майҙаны 1,5 мең квадрат метрлыҡ яңы цех Өфө районында урынлашҡан. Компания тағылмалы ауыл хужалығы техникаһы, деталдәр һәм запас частар етештереү өсөн технологик һәм станоктар ҡорамалы һатып алған, иген йыйыу комбайндары урғыстарын ташыу өсөн арба әҙерләү технологияһын үҙләштерә. Проектҡа инвестициялар күләме – 220 миллион һум. Уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә предприятиела 30 эш урыны булдырылған.
Компания 100 миллион һумдан ашыу суммаға майҙаны 1,7 мең квадрат метрлыҡ ремонтлау-сервис үҙәген төҙөргә, яҡынса 100 миллион һумға техниканы сервис хеҙмәтләндереүе өсөн ҡорамал һатып алырға ниәтләй.
Читайте нас: