Башҡортостан хөкүмәтендә мәктәп туҡланыуына бәйле бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡтың эшмәкәрлеген статистик күҙәтеү буйынса кәңәшмә үтте.
Билдәле булыуынса, мәктәп туҡланыуы Республика Башлығының айырым күҙәтеүендә. Шулай уҡ муниципаль райондарҙа өҫтәмә системалы күҙәтеү ойошторолған. Яуаплы кешеләр көн һайын рационға мониторингт үткәрә.
Был турала кәңәшмәлә Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе.
- Беҙҙә режим һәм туҡланыу графигы ваҡытында күҙәтелеп бара. Аҙыҡ-түлек сифаты лаборатор шарттарҙа тикшерелә. Ләкин мәктәп туҡланыуына бәйле ялыуҙар бар әле, - тине ул.
Андрей Назаров, мәктәптәге туҡланыуҙың сифатын арттырыу маҡсатында, мәғариф учреждениеларында экобуфеттар ойоштороуҙо йөкмәтте. Республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов бедереүенсә. әлеге көндә республика мәктәптәрендә 392 буфет эшләй.
Унда ла һатылған аҙыҡ-түлектең сифаты тәүге урында тора. Ведомство етәксеһе, буфеттарҙа урындағы етештереүселәрҙең аҙыҡ-түлегенә өҫтөнлөк биреүҙе тәҡдим итә.
Бынан тыш, ашханалағы йыһаздар күптән заман һынауҙарын үткән. Әлеге көндә ҡорамалдар 63 процентҡа иҫкергән.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан