Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2021, 09:46

12-се ҡаттан ҡолаған малай тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды

Өфөнөң Октябрь районы буйынса тәфтиш бүлеге биш йәшлек малайҙың имгәнеү осрағы буйынса тәфтиш алды тикшереүен үткәрә. Алдан хәбәр ителгәнсә, ул Энтузиастар урамындағы йорттоң 12-се ҡатында урынлашҡан фатирҙың тәҙрәһенән ҡолап төшкән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 22 мартта кис көнө бала бүлмәлә яңғыҙы ҡалған. Әсәһе ҡайҙалыр сыҡҡан. Ул тәҙрә төбөнә менгән һәм көрткә ҡолаған. Бала ауыр йәрәхәттәр алған. Хәҙер ул дауаханала ята.
Тәфтишселәр ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау өсөн тикшереү үткәрә.
Малайға 17-се дауаханала операция яһағандар. Табиптар баланың хәлен тотороҡло ауыр тип баһалай, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Читайте нас: