“Торатау” конгресс-холында 26-сы төбәк-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” һәм 31-се “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсын ябыу тантанаһы булды.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, конкурсанттарҙың барыһы ла сағыу сығыштары менән һоҡландырҙы, һәр кем конкурсҡа бик етди әҙерләнгән.
26-сы төбәк-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” исемен Өфө районы Дорогин ауылы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Таңсулпан Сафетдинова алды.
– Беҙ – тел һаҡсылары, тел йәшәй икән, тимәк, илебеҙ ҙә йәшәй тигән һүҙ, – тине сығышы менән Бишбүләк районының Ҡаныҡай ауылынан булған Таңсулпан Рәмил ҡыҙы. – Конкурс тамам, әммә унан алған бай тәьҫораттар оҙаҡ ваҡыт күңелдәрҙә һаҡланасаҡ.
“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында Благовещенск ҡалаһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Зинера Ибәтуллина алдынғылыҡты бирмәне, ә абсолют еңеүсе – Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Муллағәлиева!