Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар һаны көндән-көн кәмей.
Әгәр бер аҙна элек тәүлек эсендә раҫланған диагноздарҙың уртаса һаны 120 тәшкил итһә, 24 мартҡа был күрһәткес 111-гә тиклем кәмегән. Әлеге мәлдә республикала сирлеләрҙең дөйөм һаны 31 598-гә еткән.
Хәҙер Башҡортостанда 5 061 кеше ошо ауырыуға ҡаршы көрәшә. Көн һайын COVID-19 менән көрәш буйынса төбәк оперштабы инфекция ҡорбандары тураһында хәбәр итә. Һуңғы тәүлектә тағы өс пациент үлгән. Мәрхүмдәрҙең дөйөм һаны 340-ҡа еткән.