Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2021, 13:49

Ғаризалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә

Башҡортостанда «Атай ҡаһарманлығы» республика конкурсына ғаризалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Проектты ойоштороусы – Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы.

Башҡортостанда «Атай ҡаһарманлығы» республика конкурсына ғаризалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Проектты ойоштороусы – Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы.
«Атай ҡаһарманлығы» наградаһы бала тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлау һәм тергеҙеү, йәмғиәттә әхлаҡи мөхитте яҡшыртыу өсөн шарттар булдырған, райондың, республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙы дәртләндереү һәм уларҙың хеҙмәтен таныу өсөн булдырылған.
Конкурста Башҡортостанда 5 йылдан да кәм йәшәмәгән Рәсәй граждандары ҡатнаша ала.
Ҡатнашыусыларға 15 апрелгә тиклем награда материалдары пакетын «Атай ҡаһарманлығы» билдәһе менән [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте 8(347) 280-82-36 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Советтың «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһы менән бүләкләү тураһында ҡарары рәсми сайтҡа урынлаштырыла.
Читайте нас: