Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2021, 15:26

"Федераль ярҙам арҡаһында ауыр ваҡыттарҙы лайыҡлы үттек"

Бөгөн республиканың Дәүләт Йыйылышы ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, 2020 йылдың йомғаҡтары тураһында һөйләгәндә, пандемия осоронда төп ауырлыҡ һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәттәр өлкәһенә, ирекмәндәр иңенә төштө, тип билдәләне. Республика етәксеһе уларға йәнә бер тапҡыр рәхмәт белдерҙе.

Бөгөн республиканың Дәүләт Йыйылышы ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, 2020 йылдың йомғаҡтары тураһында һөйләгәндә, пандемия осоронда төп ауырлыҡ һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәттәр өлкәһенә, ирекмәндәр иңенә төштө, тип билдәләне. Республика етәксеһе уларға йәнә бер тапҡыр рәхмәт белдерҙе.
Уның әйтеүенсә, рекордлы ваҡыт эсендә Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында заманса йоғошло ауырыуҙар үҙәктәре төҙөлдө. Хәҙер был тәжрибәне башҡа төбәктәр әүҙем файҙалана. Уҙған йылда Республика клиник онкология диспансерының яңы корпусы, Октябрьскийҙа 1-се дауахананың хирургия корпусы, Салауат ҡалаһында күп функциялы дауахана, 120 ауыл фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм табип амбулаториялары ҡалҡып сыҡты. Хөкүмәттең ошо өлкәләге төп бурысы – халыҡҡа прививка яһау. Был – пандемияны туҡтатыу өсөн берҙән-бер мөмкинлек.
Мәғарифта Башҡортостан мәктәптәрҙе һанлы ҡорамалдар менән тәьмин итеү, өйҙән уҡыуҙы ойоштороу буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде, тине республика етәксеһе. Ете мәктәп һәм 23 балалар баҡсаһы төҙөлгән. Рәсәй Президентының башланғыс класс уҡыусыларын бушлай йылы аш менән тәьмин итеү бурысы үтәлгән. Уның сифатын контролдә тотоу яйға һалынған, аҙыҡ-түлек блоктары һәм мәктәп ашханалары яңыртыла. Радий Хәбиров республикала мәктәп туҡланыуы иң яҡшыларҙың береһе булырына ышана.
Хеҙмәт баҙары ауыр һынауҙар аша үтте. Теркәлгән эшһеҙлек алты процентҡа тиклем үҫте. Былтыр 209 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 79 мең балалы ғаилә эшһеҙлек пособиеһын алды. Мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән 70 меңдән ашыу граждан яңы эш тапты. Әле эшһеҙлек кимәле 4,2 процентҡа тиклем төштө. Йыл аҙағынаса республикала хеҙмәт баҙарын тулыһынса тергеҙергә кәрәк, тигән бурыс ҡуйҙы республика етәксеһе.
«Ҡабатлап әйтәм, федераль социаль ярҙам саралары арҡаһында ошо ауыр ваҡыттарҙы лайыҡлы үттек. Бюджеттан ваҡытында һәм һөҙөмтәле ярҙам күрһәткән өсөн ил Президенты Владимир Путинға рәхмәтлебеҙ. Әгәр 2019 йылда республиканың хеҙмәт һәм социаль яҡлау өлкәһенә 24 миллиард һумға яҡын йүнәлтелһә, уҙған йылда — 42,5 миллиард һум самаһы», — тине Радий Хәбиров.
Читайте нас в