Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2021, 10:45

Күнекмәләр үтте

Үҙән һыуһаҡлағысында ташҡын һыуҙарын аварияһыҙ үткәреү буйынса күнекмәләр үткәрҙе

Иҙел башында 73 йылға, 5 һыуһаҡлағыс иҫәпләнә. Районыбыҙҙан Ағиҙел, Йүрүҙән, Инйәр, Нөгөш, Еҙем һәм башҡа бәләкәй йылғалар баш ала.
Яҙ етеү менән күп йылғалар ярҙарынан сығып, ҡайһы бер ауылдарҙы һыу баҫыу хәүефе янай. Ташҡын янаған ауылдар халҡы араһында иҫкәртеү эштәре алып барыла, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, башҡа кәрәк-яраҡты алдан әҙерләп ҡуйыу маҡсаты ҡуйыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта халыҡты траспортировкалау планлаштырыла. Ауырыуҙар һәм йөклө ҡатындар иҫәбе алып барыла һәм Белорет дауаханаһына урынлаштырыу ҡаралған.
Ошо көндәрҙә хакимиәттең Ғраждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр секторы мөдире Сергей Ляпин Урал зонаһы буйынса гидротехник ҡоролмалар бүлеге начальнигы Иван Пинящук, Башҡортостан Республикаһынының Гидротехник ҡоролмалар идаралығы вәкилдәре менән берлектә Үҙән һыуһаҡлағысында ташҡын һыуҙарын аварияһыҙ үткәреү буйынса күнекмәләр үткәрҙе.
Читайте нас: