Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2021, 09:49

Владимир Путин прививка яһатты

Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирустан прививка яһатты һәм үҙен яҡшы тоя – был хаҡта дәүләт лидерының матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр итте.

Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирустан прививка яһатты һәм үҙен яҡшы тоя – был хаҡта дәүләт лидерының матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр итте.
Кисә иһә ил етәксеһе өсөн ҡәҙимге эш көнө булды. Кремль сығанаҡтары Владимир Путинға Рәсәйҙә ҡулланылған өс вакцинаның ҡайһыһын эшләгәндәрен аныҡламаған.
Бығаса Дмитрий Песков, Кремль Президент өсөн ниндәй вакцина һайлағандарын махсус рәүештә белдермәйәсәк, сөнки илебеҙҙәге өс вакцина ла һөҙөмтәле һәм ышаныслы, тип белдергәйне.
Рәсәй лидерын вакцинациялауҙы, ҡайһы бер илдәрҙәге кеүек, асыҡ сара итеп тә уҙғармағандар. Песков әйтеүенсә, камералар аҫтында прививка яһатыу ил етәксеһенә оҡшамай.
Мәғлүм булыуынса, 2020 йылдың 17 декабрендә үткән ҙур матбуғат конференцияһында ил Президенты, мөмкинлек сығыу менән коронавирус инфекцияһынан прививка яһатам, тип белдергәйне.
Путин шулай уҡ билдәле йәш этабында прививкаға бәйле сикләүҙәр хаҡында белгесәтрҙең кәңәштәренә лә ҡолаҡ һаласағын аңлатып үтте.
Фото: Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: