Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март 2021, 11:27

1 апрелдән имтихан биреү ҡағиҙәләре үҙгәрә

1 апрелдән Рәсәйҙә автомобиль йөрөтөү таныҡлығына имтихан биреү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе.

1 апрелдән Рәсәйҙә автомобиль йөрөтөү таныҡлығына имтихан биреү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе.
Был үҙгәрештәр еңел автомобиль, йөк машинаһы, автобус менән идара итергә әҙерләнеүселәргә ҡағыласаҡ. Мотоцикл йөрөтөү хоҡуғын алырға теләүселәргә имтихан элеккесә ҡаласаҡ.
Бынан тыш, штраф балдары иҫәпләнә торған хоҡуҡ боҙоуҙар һәм хаталар исемлеге лә үҙгәргән. Исемлекте төркөмдәргә бер, ике һәм өс балл буйынса бүлгәндәр. Айырым блокҡа тупаҫ хаталар сығарылған. Улар булғанда имтихан туҡтатыла. Элекке кеүек үк, имтиханды уңышлы тапшырыу өсөн штраф балы биштән артмаҫҡа тейеш.
Имтихан ваҡытында, машинала имтихан алыусынан тыш, күҙәтеүсе лә ултырасаҡ.
Фото: promdevelop.ru
Читайте нас: