Рәсәй 1 апрелдән алты ил – Германия, Венесуэла, Шри-Ланка, Сүриә, Үзбәкстан һәм Тажикстан менән даими пассажир авиабәйләнешен тергеҙә. Был хаҡта Рәсәйҙә яңы коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штаб ултырышында билдәле булды.
«Айырым илдәрҙәге эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып һәм хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин менән килешеп, 2021 йылдың 1 апреленән Венесуэла (аҙнаһына ике тапҡыр Мәскәү – Каракас), Сүриә (аҙнаһына бер тапҡыр Мәскәү – Дамаск), Тажикстан (аҙнаһына бер тапҡыр Мәскәү – Дүшәнбе), Үзбәкстан (аҙнаһына бер тапҡыр Мәскәү – Ташкент) һәм Шри-Ланка (аҙнаһына бер тапҡыр Мәскәү – Коломбо) менән халыҡ-ара авиабәйләнеште тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителде», — тип хәбәр иттеләр штабтан.
Шул уҡ көндән, Германияның авиация властары менән килешеп, түбәндәге маршруттар буйынса даими авиабәйләнеш асыла:
Майндағы Франкфурт – Мәскәү – Майндағы Франкфурт (аҙнаһына биш тапҡыр),
Майндағы Франкфурт– Санкт-Петербург – Майндағы Франкфурт (аҙнаһына өс тапҡыр),
Мәскәү – Берлин – Мәскәү (аҙнаһына биш тапҡыр),
Мәскәү – Майндағы Франкфурт – Мәскәү (аҙнаһына өс тапҡыр).
Бынан тыш, Куба, Белоруссия, Әрмәнстан, Азербайжан, Мысыр, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән даими рейстар һаны арттырыла.