Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март 2021, 09:21

Ҡатынын тереләй яндырған

Тәфтишселәр фаразынса, 22 мартта 63 йәшлек иҫерек ир 63 йәшлек ҡатыны менән әрләшкән. Уға бер нисә тапҡыр һуҡҡан, шунан өҫтөнә бензин һибеп, ут төрткән.

Тәфтишселәр фаразынса, 22 мартта 63 йәшлек иҫерек ир 63 йәшлек ҡатыны менән әрләшкән. Уға бер нисә тапҡыр һуҡҡан, шунан өҫтөнә бензин һибеп, ут төрткән.
Ҡатын туғандарына шылтыратып, иренең туҡмауы тураһында хәбәр итеп өлгөргән. Туғандары полиция саҡыртҡан. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ишекте емереп ингән һәм ҡатынды дауаханаға оҙатҡан. Уның тәненең 80% проценты бешкән. Кисен ул вафат булған.
Ғәйепле ир һөрөм еҫенән ағыуланып, аңын юғалтҡан. Ләкин уға ваҡытында ярҙам күрһәткәндәр, ул иҫән ҡалған.
Читайте нас: