9 майҙа илдең 28 ҡалаһында, шул иҫәптән Мәскәүҙә Еңеү көнө уңайынан хәрби парадтар ойошторола. Уларҙа 47 меңдән ашыу кеше, 1,6 меңгә яҡын хәрби техника һәм 200-ҙән күберәк һауа судноһының ҡатнашыуы көтөлә, тип белдерҙе Оборона министрлығы башлығы Сергей Шойгу коллегия ултырышында.
Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙандағы сараға ныҡлы әҙерлек бара, тип билдәләне министр. Баш ҡалалағы парадҡа 12,5 меңдән күберәк кеше, 190-дан ашыу ҡорал, хәрби техника һәм 76 осоу аппараты йәлеп ителә.
Башҡортостан Башлығының Еңеү көнөн билдәләү тураһында бойороғона ярашлы, республикала төрлө саралар ойоштороу планлаштырыла. Әйтәйек, 7 майҙа — «Башҡортостан» дәүләт концерт залында байрам концерты, 9 майҙа — Өфөнөң Еңеү паркында сәскәләр һалыу тантанаһы, Мәңгелек ут янында почетлы ҡарауыл, хәрбиҙәр парады, хәрби техниканы һәм ретроавтомобилдәрҙе күрһәтеү, «Үлемһеҙ полк» акцияһы. Район хакимиәттәренә яугирҙәрҙең ҡәберлектәрен тәртипкә килтерергә, байрам саралары уҙғарырға һәм «Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡушылырға тәҡдим ителде.
Билдәләнеүенсә, фронтовиктарҙы, тыл эшсәндәрен һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарын тантаналы рәүештә ҡотлағанда республика етәксеһенең «Яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында» указында билдәләнгән ҡағиҙәләр теүәл үтәлергә тейеш.