Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март 2021, 09:42

Коронавирус йоҡторғандар һаны – 31,7 меңдән ашыу

Башҡортостанда уҙған тәүлектә COVID-19 йоҡторғандар һаны 109-ға артҡан, хәҙер уларҙың дөйөм һаны – 31,7 меңдән ашыу.

Башҡортостанда уҙған тәүлектә COVID-19 йоҡторғандар һаны 109-ға артҡан, хәҙер уларҙың дөйөм һаны – 31,7 меңдән ашыу. Уларҙың 26,4 меңдән күберәге һауыҡҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында.
Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 343 кешенең ғүмере өҙөлгән, өсәүһе һуңғы тәүлектә үлгән.
Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә 4,493 миллионға яҡын сирле асыҡланған, әлеге ваҡытта 4,109 миллиондан ашыу кеше һауыҡҡан.
Ошо ваҡыт эсендә 96,6 меңдән ашыу кеше вафат булған, уларҙың 393-ө – һуңғы тәүлектә.
Башинформ.
Читайте нас: