Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март 2021, 09:07

Нефтекама ҡалаһы ҡоролтайының рәйесе алмашынды

Кисә Нефтекама ҡалаһы ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте.

Кисә Нефтекама ҡалаһы ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте.
Ултырышта ойошманың эш һөҙөмтәләре барланды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов әүҙем ағзаларҙы бүләкләне. Нефтекама ҡоролтайы рәйесе итеп ҡала филармонияһы директоры Ринат Ғайсин билдәләнде. Быға тиклем эшләгән Азат Үтәкәев төбәк ойошмаһын 25 йыл дауамында етәкләне, бар яҡтан да тырыш һәм өлгөр етәксе булып танылды.
«Иң тәүҙә Азат Нәзир улына ҙур рәхмәт әйтер инем. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселегә лә ышаныстары өсөн рәхмәттәремде белдерәм. Пландарға килгәндә, тиҙ арала йыйылышып һөйләшербеҙ, йыл аҙағына тиклемге эш планын билдәләрбеҙ һәм һөҙөмтәле эшләрбеҙ», - тине Ринат Рәшит улы.
Яҡташыбыҙ, яңы һайланған рәйескә үҙ төбәгендә халҡыбыҙ мәнфәғәтенә тырышып эшләүен теләйбеҙ!
Читайте нас: