Башҡортостанда инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр ер алыу өсөн ғариза яҙғанда инвалидлыҡ тураһында белешмәләр биреүҙән азат ителде. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында законға тейешле үҙгәреш индерҙе, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан парламентынан.
«Ысынында иһә, был – халыҡҡа артыҡ бюрократик йөкләмә. Закон көсөнә ингәндән һуң ведомстволар кәрәкле мәғлүмәтте үҙҙәре һоратып алдырырға тейеш. Инвалидлыҡты медик-социаль экспертиза дәүләт хеҙмәте билдәләй. Был мәғлүмәттәр «Инвалидтарҙың федераль реестры» федераль дәүләт мәғлүмәт системаһына ебәрелә», — тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
Закон ҡул ҡуйыу өсөн Башлығына Башлығына йүнәлтелгән. Рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң ун көн үткәс, закон үҙ көсөнә инә.