Бөгөн Иглин районында йәшәгән 11 йәшлек блогер-эколог Матвей Анискин Владимир Путин менән тура бәйләнешкә сыҡты.
Ил етәксеһе менән аралашыу барышында малай “Хәтер баҡсаһы” тип аталған проектын хуплауҙы һораны. Матвейҙың уйынса, ер ҡарҙан әрселгәс, мәктәп уҡыусылары ағас ултыртыу акцияһын ойошторорға тейеш.
“Һаумыһығыҙ, мин - Матвей Анискин, V класта уҡыйым. Башҡортостандың Иглин ҡасабаһында йәшәйем”, - тип башланы малай тура эфир мәлендә. Экология менән күптән ҡыҙыҡһыныуын, тиҫтерҙәренең был мәсьәләгә битараф булмауын да белдерҙе.
“Тәҡдимем – уҡыусылар араһында “Хәтер баҡсаһы” тип аталған акция ойоштороу. Уға ярашлы, һәр ҡатнашыусы Бөйөк Ватан һуғышында ата-бабаһының ниндәй ҡаһарманлыҡ күрһәткәнен өйрәнеп, шул турала һөйләргә тейеш. Ошолай улар хаҡында хәтерҙе мәңгеләштерә алабыҙ”, - тине Матвей.
“Бик хуп! Экологик программаларға ярашлы быға оҡшаш проекттар бар, мемориаль йүнәлештәге тәҡдимдәрҙе лә яңыраҡ ҡараныҡ. Әммә һеҙ үҙ тәҡдимегеҙ менән сәпкә тейҙегеҙ. Бик эшлекле тәҡдим. Рәсәй Президенты Хакимиәтенә был мәсьәләгә иғтибарҙы йүнәлтергә һәм һеҙҙең тәҡдимде хупларға тәҡдим итермен. Рәхмәт” , - тине Владимир Путин.