Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Март 2021, 16:06

Әҙәм балаһының яҙмышы хәл ителә торған кис

Бөгөнгө төн – Бәрәат кисе. Аллаһы Тәғәлә үҙенә доға менән мөрәжәғәт итеүселәрҙең яҙмышын билдәләй торған кис.

Бөгөнгө төн – Бәрәат кисе. Аллаһы Тәғәлә үҙенә доға менән мөрәжәғәт итеүселәрҙең яҙмышын билдәләй торған кис.
Был кистә Аллаһы Тәғәлә ҡояш сыҡҡансы донъяға рәхмәт күҙе менән ҡарар һәм: «Тәүбә итеп, гонаһтарын ғәфү итеүемде һораусылар юҡмы? Булһа, гонаһтарын ғәфү итәм. Ризыҡ һорап йөрөгәндәр юҡмы? Булһа, ризыҡ бирәм. Ҡайғы-хәсрәттәргә тарып, сәләмәтлектәре юғалып, яфа сигеп ятҡандар юҡмы? Булһа, тәндәренә тынғылыҡ, ауырыуҙарына шифа бирәм. Ниндәй генә теләктәре бар — һораһындар — бөтә теләктәрен үтәйем», — тиер. Был мөрәжәғәт таңға тиклем дауам итер», — тигән.
Исламға тиклем үк төрлө халыҡтарҙа был кис — Бәрә’ат кисе — гонаһтарҙан арыныу, тәүбә итеү, ураҙа тотоу, мәрхүмдәрҙе хәтергә алыу менән үтә торған була. Ислам дине лә уны ҡәҙерле, изге кисәләрҙең береһе — гонаһтарҙан арыныу кисе булараҡ ҡабул итә. Шәғбан айының 14-нән 15-енә ҡарай был кистә япраҡтарына Ерҙә йәшәгәндәрҙән һәр кемдең исем-шәрифтәре яҙылған тормош ағасы тетрәнеп, япраҡтары ҡойолор ҙа, исемдәре ошо япраҡтарҙа булғандар йыл дауамында фани донъянан күсеп китер. Ә йәшәп ҡалғандарҙың яҙмышы фәрештәләр ихтыярына тапшырылыр йәки бөтә булмыштарҙың, бөтә мәхлүктәрҙең йыйыр ризығы, бәндәләрҙең байлыҡ йәки ярлылыҡ хәлдәре, тормоштағы төрлө дәрәжәләре, был донъяға тыуасаҡ һәм үләсәк бәндәләр — бөтәһе лә был кистә билдәләнеп ҡуйыла, ти.
Фото: Яндекс.Дзен
Читайте нас: