Ил етәксеһе Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район-ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.
Шул иҫәптән санитар авиация тармағы ла үҫешә. Быйыл республикала өс ай эсендә “Ансат” медицина вертолеты 25 осош яһаған. Уның бортындағы медицина ҡоролмалары йыйылмаһы заман талаптарына яуап бирә. Быйыл 84 осош яһау планлаштырыла. Был маҡсат өсөн федераль ҡаҙнанан 85 млн. һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Быйыл республикала ҡайһы бер муниципалитеттарҙа вертолетты ултырытыу майҙандары булдырыласаҡ. Был медицина ярҙамы көтөү һәм пациентты эвакуациялау ваҡытын ҡыҫҡартырға ярҙам итәсәк.
Өфөлә Республика клиник перинаталь үҙәге, БДМУ клиникаһы янында вертолет майҙандары булыуы мәғлүм. Ҡалған райондарҙа яраҡлаштырылған майҙансыҡтар эшләй. Улар уңайлы булһын өсөн район дауаханаларына яҡыныраҡ урында урынлашҡан. Белоретта иһә яңы майҙансыҡ бар.
Баш ҡалала йышыраҡ Республика клиник перинаталь үҙәге эргәһендәге майҙансыҡ ҡулланыла, сөнки уның эргәһендә Башҡортостандың төп ҙур республика стационарҙары урынлашҡан. Уларҙа махсуслаштырылған, шул иҫәптән юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан