-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Март 2021, 12:11

Апрелдең тәүге декадаһында йылы төндәр булмай

Башҡортостанда апрелдең тәүге декадаһында көндөҙ ныҡ йылытыуы көтөлә, ләкин төндә ҡырау төшөүе мөмкин.

Башҡортостанда апрелдең тәүге декадаһында көндөҙ ныҡ йылытыуы көтөлә, ләкин төндә ҡырау төшөүе мөмкин.
Федераль метеосайттар мәғлүмәттәре буйынса, 1-10 апрелдә республиканың үҙәк райондарында көндөҙгө сәғәттәрҙә һауа +4, +10 градусҡаса йылына, ә төндә 0, -6 градус була. Ҡайһы бер көндәрҙә тәүлегенә 3-6 миллиметрға тиклем ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, шулай уҡ елдең тиҙлеге секундына 15 метрға етеүе ихтимал.
Төндә ҡырау төшөүе ҡарҙың иреүенә һәм йылғаларҙа боҙ китә башлау ваҡытына һиҙелерлек йоғонто яһай. Башгидромет хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың төп йылғалары апрелдең беренсе яртыһында боҙҙан әрселә. Айҙың икенсе яртыһында һыуҙың кимәле арта башлай, республикабыҙҙа яҙғы ташҡындың иң юғары нөктәһе башлыса майҙың тәүге ун көнлөгөнә тура килә.
Фото: uchebnik.mos.ru