Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Март 2021, 13:20

Һигеҙ район боҙ шартлатыуға заявка биргән

Март айында уҡ боҙ шартлатыуҙы һорап алты район заявка ебәргән. Архангел , Ғафури райондарындағы Еҙем, Инйәр, Бөрйән районындағы Ағиҙел, Саҡмағош районындағы Сәрмәсән, Белорет районындағы Оло Инйәр буйындағы ауылдар айырыуса контролдә тотола.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынын хәбәр итеүҙәренсә, республикала 19 райондың 33 урынында боҙ тығындары барлыҡҡа килеү хәүефе бар. Әлбиттә, шартлатыу эштәре һирәк башҡарыла, сөнки уның зыяны ла байтаҡ. Ә шулай ҙа оло һыуҙы тыныс көтөргә ярамайҙыр. Һәр хәлдә ҡотҡарыусылар быйыл ныҡлы әҙерләнә.
Республикала һыу баҫыу хәүефе янаған биләмәләр байтаҡ. Фаразланыуынса, 257 ауыл йорттарына оло һыу килеү ҡурҡынысы һаҡлана. Шуға ла март айында уҡ боҙ шартлатыуҙы һорап алты район заявка ебәргән. Архангел , Ғафури райондарындағы Еҙем, Инйәр, Бөрйән районындағы Ағиҙел, Саҡмағош районындағы Сәрмәсән, Белорет районындағы Оло Инйәр буйындағы ауылдар айырыуса контролдә тотола. Өфөлә лә оло һыуҙы ҡурҡыныс эҙемтәләрһеҙ үткәреү өсөн барлыҡ ысулдар файҙаланыла.
Ташҡын осорона әҙерлек планында эвакуация буйынса ла күнекмәләр индерелә. Өфөлә ҡотҡарыусылар ташҡындан зыян күреүселәр ролендә ҡатнашҡан ирекмәндәрҙе исемлек буйынса йыйып ваҡытлыса йәшәү пунктына оҙатты. Баш ҡала буйынса 6500, республикала 200 мең кешене ҡабул итерлек пункт әҙерләнгән. Ташҡын бөткәнен көткән граждандарға ҡунаҡхана бүлмәһе бушлай бүленәсәк.
Быйыл республикала йылғаларҙың асылыуы 8-13 апрелгә тура киләсәк. Был хаҡта ташҡынға ҡаршы комиссия ултырышында хәбәр ителде. Фараздар буйынса, һыу кимәле күп йыллыҡ норма самаһынан күтәрелмәйәсәк.
Фото: Яндекс.Новости
Читайте нас: