Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Март 2021, 14:19

Коронавирус инфекцияһынан вафат булыусылар күбәйә

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһынан вафат булыусылар күбәйә.29 мартҡа мәғлүмәттәр буйынса, инфекция ҡорбандары һаны йәнә дүрт кешегә артҡан.

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһынан вафат булыусылар күбәйә.29 мартҡа мәғлүмәттәр буйынса, инфекция ҡорбандары һаны йәнә дүрт кешегә артҡан. Мәрхүмдәрҙең дөйөм һаны 356 кешегә еткән.
Коронавирус пандемияһы башланғандан алып республикала ошо инфекцияны йоҡтороуҙың 32 144 осрағы раҫланған (тәүлегенә +110). Оператив штаб мәғлүмәте буйынса, 27 138 кеше һауыҡҡан, 126 -һы – һуңғы тәүлектә.
Әле бөтәһе 4 650 кеше: 265-е – стационарҙа, 4 385-е өй шарттарында дауалана.
Читайте нас: