Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Март 2021, 12:46

Республикала тәүге балалар киностудияһы асылды

Белорет балалар музыка мәктәбе базаһында балалар киностудияһы эшләй башланы. Ошо көндәрҙә киностудияны тантаналы асыу сараһы үтте.

Белорет балалар музыка мәктәбе базаһында балалар киностудияһы эшләй башланы. Ошо көндәрҙә киностудияны тантаналы асыу сараһы үтте.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ла социаль селтәрҙәрҙә тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
“Бер йыл элек Белоретта балалар киностудияһы асыу тәҡдиме менән режиссер Салауат Вәхитов мөрәжәғәт итте. Идея миңә лә оҡшаны. Бина һайланды, махсус ҡорамалдар һатып алынды һәм беҙ республикалағы тәүге балалар киностудияһын астыҡ”, - тине район етәксеһе.
Хакимиәт башлығы һүҙҙәренсә, балалар үҙҙәрен сценарист, видеооператор, режиссер һәм актер ролендә һынап ҡарай аласаҡтар. Киностудияға 12 йәштән 17 йәшкә тиклем балалар ҡабул ителә. Студияны асыу тантанаһында уҡыусыларҙың тәүге эштәрен ҡарау ҙа ойошторолдо.
“Эштәре өсөн борсолған үҫмерҙәргә ғәжәпләндем, - тип билдәләне Андрей Иванович. - Киностудияға уңыштар, уҡыусыларға - ижади илһам теләйбеҙ”.
Фото: Белорет хакимиәте сайтынан.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: