Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март 2021, 11:56

3-7 йәшлек балаһы булған ғаиләләр арттырылған пособиеға дәғүә итергә мөмкин

1 апрелдән 3-7 йәшлек балаһы булған ғаиләләр арттырылған пособиеға дәғүә итергә мөмкин. Март башында Владимир Путин ошондай указға ҡул ҡуйҙы.

1 апрелдән 3-7 йәшлек балаһы булған ғаиләләр арттырылған пособиеға дәғүә итергә мөмкин. Март башында Владимир Путин ошондай указға ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостанда 80 меңдән ашыу ғаилә арттырылған түләү алырға хоҡуҡлы, тип һөйләне республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған брифингта.
Ошо маҡсатҡа бөтәһе яҡынса 13 миллиард һум аҡса талап ителә. Шуның 88% — федераль ҡаҙнанан, 12% республиканан бүленә.
Ольга Кабанова һүҙҙәренсә, әгәр элек рәсми килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк булған бөтә ғаиләләр ҙә ярлы тип иҫәпләнһә, хәҙер иһә ғаиләнең мөлкәте: фатирҙары, йорттары, ер участкалары, транспорты ла иҫәпкә алына. Әйтәйек, ғаиләнең килеме йәшәү минимумынан түбән, ләкин бер нисә фатиры йәки йорто бар икән, метраж иҫәпкә алына: фатирҙа бер кешегә – 24, йортта 40 квадраттан артмаҫҡа тейеш. Был социаль ярҙам сифатында алынған мөлкәткә ҡағылмай. Әгәр фатир йәки өй берәү генә булһа, уларҙың метражына иғтибар итмәйҙәр.
Ер участкалары ла иҫәпкә алына: ҡалала йәшәүселәр өсөн – 25 сутыйҙан, ауыл ерендәгеләр өсөн бер гектарҙан күп булмаҫҡа тейеш, ошо осраҡта ғына ғаиләләр пособие алырға хоҡуҡлы (ерҙе социаль ярҙам сиктәрендә алғандарға ҡағылмай).
Шулай уҡ милектә бер йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән йорт, бер дача һәм бер гараж булырға мөмкин (йәки күп балалылар һәм инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләр өсөн ике).
Быйыл пособие тәғәйенләгәндә ғаиләнең өлкән ағзаларының барыһының да ниндәйҙер аҡ килеме – эш хаҡы, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән килем, стипендия йәки пенсия булыуы мотлаҡ.
Законға ярашлы, ғаризаны ҡарауға 30 көн бирелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғаризаны ағымдағы йылды декабренә тиклем яҙырға мөмкин.
Барлыҡ һорауҙар менән социаль ярҙам үҙәгенең 8 (347) 200-80-80 телефонына шылтыратырға.
Читайте нас: