Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март 2021, 16:08

Өҙөлгән ғүмерҙәр һаны 360-тан артып китте

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы ҡорбандары исемлегенә йәнә өс кеше өҫтәлде. Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 361.

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы ҡорбандары исемлегенә йәнә өс кеше өҫтәлде. Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 361.
Республиканың инфекцияға ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы мәғлүмәттәренә ярашлы, пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 32 358 кешелә коронавирус диагнозы раҫланған. Бер тәүлектә 106 яңы осраҡ асыҡланған.
220 кеше – госпиталдә, 17-һе интенсив терапия бүлегендә ята, өсәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған, 4 325 сирле өйҙә дауалана.
Тәүлек эсендә 172 пациент һауығып сыҡҡан, бөтәһе 27 452 кеше сирҙе еңгән. Роспотребнадзор белгестәре дауахананан тыш пневмония менән ауырыуҙар һаны күҙәтеү эшен алып бара: 127 яңы осраҡ, һуңғы тәүлектә 138 кеше һауыҡҡан.
Башинформ.
Читайте нас: