Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус менән ауырығанда һаулыҡҡа кире йоғонто яһаған һәм үлемгә килтергән хәүефле сирҙәрҙе әйттеләр.
«Башинформ» агентлығына ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, беренсе урында шәкәр диабеты тора. Икенселә – ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары. Өсөнсөлә – һимереү. Артабан тын алыу органдары сирҙәре килә.
Башҡортостанда, 30 мартҡа мәғлүмәттәр буйынса, тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 108 осрағы раҫланған. Асыҡланған сирлеләрҙең дөйөм һаны — 32 252. Пандемия башланғандан алып 358 кешенең ғүмере өҙөлгән.