Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март 2021, 09:15

"Ҡотолоу юлы – дисциплинаны, ковидҡа ҡаршы көрәш ҡағиғәләрен үтәү һәм вакцинациялау"

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров коронавирусҡа ҡаршы көрәш тәртибен боҙған ойошмалар тураһында әйтте. 23 марттан алып 26 мартҡа тиклем Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Контроль идаралығы ҡала һәм райондарға тикшереүҙәр менән сыҡҡан. Барлығы 53 учреждение тикшерелгән, 15-енә иҫкәрмәләр эшләнгән. Башҡа 38 ойошмала тәртип.

Етешһеҙлектәрҙең ҙур өлөшө медицина учреждениеларында. Улар араһында Стәрлетамаҡтағы өлкәндәр поликлиникаһы, Бәләбәйҙә балалар поликлиникаһы, Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы, Нефтекама поликлиникаһы, Бөрө үҙәк район дауаханаһы, Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһы, Октябрьский онкология диспансеры филиалы һәм башҡалар бар. Етешһеҙлектәр шундай: килгән кешеләрҙең тән температураһы үлсәнмәй, инеү-сығыу режимы ойошторолмаған, зоналарҙы “бысраҡ” һәм “таҙа”ға бүлеү юҡ, битлек режимын тулыһынса үтәмәү ( 50 процент ҡына) һәм башҡалар.
Бынан тыш, етешһеҙлектәр белем биреү учреждениеларында ла теркәлгән. Бында 12-се лицей, Белореттағы 10-сы мәктәптә битлек режимы 30 процентҡа үтәлә, килгән кешеләрҙең тән температураһы үлсәнмәй. Учалы психоневрология интернатында тән температураһы үлсәнмәй, инеү-сығыу режимы ойошторолмаған, Октябрьский ҡалаһындағы өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн интернатта хеҙмәткәрҙәр битлек тәртибен 30 процентҡа ғына үтәй. Илеш районы һәм Октябрьский ҡалаһы хакимиәттәрендә термометрия үткәрелмәй, хеҙмәткәрҙәрҙең 50 проценттан әҙерәк өлөшө генә битлек кейә.
– Әлеге ваҡытта бик күп дәүләттәр тулы ҡурсаланыу тәртибенә күсә, сөнки инфекция таралыуы көсәйә. Ҡағиҙә булараҡ, уларҙа башланған хәл беҙгә лә килеп етә. Әҙер булырға кәрәк. Ҡотолоу юлы – дисциплинаны, ковидҡа ҡаршы көрәш ҡағиғәләрен үтәү һәм вакцинациялау, - тине Радий Хәбиров.
Фото: ptoday.ru
Читайте нас: