Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2021, 15:56

Ҡаяға үрмәләү спортының киләсәге ҙур

21-се мәктәп скалодромында ҡаяға үрмәләү буйынса муниципаль район Беренселеге үтте. Боулдеринг дисциплинаһында 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге Белорет районы спорт мәктәбе һәм Туризм үҙәге тәрбиәләнеүселәре көс һынашты.

100-ләгән спортсы ҡатнашҡан ярыш көсөргәнешле һәм мауыҡтырғыс үтте. Спортсылар күнекмәләр, ярыштар үткәреү өсөн мөмкинлек биргән яңы скалодром булдырылыуына ҡыуанысын йәшермәне. Хәҙер уларҙың ҡатмарлы ҡыҫҡа трассалары ла булды.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта еңеүселәрҙе ҡотлап, уңыштар теләне. Белореттарҙың потенциялы ҙур. 12 спортсы Башҡортостандың йыйылма, 3-әүһе – Рәсәй йыйылмандалары иҫәбенә инә. Бер спортсы Европа Беренселегендә ил намыҫын яҡлаясаҡ.

Читайте нас: