Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2021, 10:27

Путин Башҡортостанға «Башҡортостан сода компанияһы»ның 50% + 1 акцияһын тапшырҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Башҡортостан сода компанияһы» йәмғиәте акцияларының 38,3% Башҡортостан Республикаһы милкенә, шулай уҡ 11,7% плюс бер акцияны ышаныслы идараға тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Башҡортостан сода компанияһы» йәмғиәте акцияларының 38,3% Башҡортостан Республикаһы милкенә, шулай уҡ 11,7% плюс бер акцияны ышаныслы идараға тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Шулай итеп, республика предприятиены контролдә тотоу хоҡуғын алды, ул уның үҫеше менән идара итергә тейеш.
«Компанияның оҙаҡ сроклы, һөҙөмтәле эшен һәм конкурентлыҡҡа һәләтле продукция сығарыуҙы тәьмин итеү мөһим, — тине Владимир Путин 31 мартта Рәсәй Хөкүмәте ағзалары менән кәңәшмәлә. — Кешеләр өсөн хеҙмәт хаҡын, эш урындарын һаҡлап ҡалыу бик мөһим. Төп мәсьәләләрҙең береһе – предприятие менән грамоталы идара итеү. Был йәһәтән ҡарарҙар ҡабул ителде. Рәсәй Хөкүмәтенән Башҡортостан сода компанияһы акцияларының 38,3% Башҡортостан Республикаһына тапшырыуҙы һорайым. Ләкин, бынан тыш, тағы 11,7% плюс бер акция – республика Хөкүмәтенең тулы контролендә булған структураларға ышаныслы идараға тапшырыуҙы һорайым. Тимәк, республика был компания менән тулыһынса идара итергә мөмкин».
Фото: rupec.ru
Читайте нас: