Роспотребнадзор балалар ялын ойоштороуға индерелгән ҡайһы бер талаптарҙы йомшартты. Атап әйткәндә, ҡала ситендәге лагерҙарҙа балалар һанын 50 проценттан 75 процентҡа тиклем арттырырға рөхсәт ителә. Субъекттарҙың баш санитар табиптарының ыңғай ҡарарын иҫәпкә алып, балаларҙы республиканан ситтә ял иттерергә мөмкин, тип хәбәр итте Башҡортостандың Мәғариф министрлығы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирус пандемияһына бәйле 2020 йылдың июлендә балалар лагерҙарында ял итеүгә сикләү индерелгәйне.
«Балаларҙың ил субъектынан ситтә ял итеүе һәм һаулығын нығытыуы уларҙың китеү һәм урынлашыу урыны буйынса эпидемиологик хәлде, шулай уҡ баш дәүләт санитар табиптарҙың йәки уларҙың урынбаҫарҙарының тәҡдимдәрен иҫәпкә алып ойошторолорға тейеш»,— тиелә Роспотребнадзор ҡарарында.
Башинформ. Фото: vlagere.ru