- Альбина Заһировна, минең уйлауымса, көнкүреш техникаһын ремонтлау оҫтаханаһы тотоу, ир-аттарҙан ғына торған коллектив менән етәкселек итеү, уларҙың абруйын күтәреү нәзәкәтле, нескә гүзәл зат өсөн түгелдер. Ә бит ҡатын-ҡыҙ күңеленә хуш килгән башҡа шөғөлдәр ҙә күп. Флористика, сауҙа, туҡланыу, матурлыҡ кеүек өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған гүзәл заттарыбыҙ бихисап. Ә ниңә нәҡ көнкүреш техникаһын ремонтлау буйынса оҫтахана? Был йүнәлеште һайлауға нимә этәргес булды?
- Мәктәпте тамамлағандан һуң, тегенсе һөнәрен үҙләштерҙем. Тик уҡыған һөнәрем буйынса эшләргә тура килмәне. Тегенселек буш ваҡытым, күңелем булғанда, илһам килгәндә үҙемә һәм ҡыҙҙарыма матур кейем тегеп кейҙерерлек яратҡан шөғөлөм булараҡ ҡына тороп ҡалды. Заказдар буйынса ла тегергә тура килгән мәлдәр булды. Теген машинаһы артында ултырыу яратҡан шөғөлдәремдең береһе генә. Теләк, илһам булмағанда тегенеү ҙә алға бармай. Хеҙмәт юлымды Татьяна Егупова етәкселегендә, “Мона Лиза” сәскәләр салонында башланым. Бер нисә эштә эшләһәм дә, күңелемә ятҡаны сәскәләрҙән гөлләмәләр төҙөү, һатып алыусыларҙың нурлы йөҙөн күреү ине. Әлеге йүнәлештә лә осраҡлы ғына эшләй башланым, тип әйтә алмайым. Тормош иптәшем эшләгән предприятие тарҡалыу өҫтөндә ине. Тәү сиратта, иремде, уның сәләмәтлеген уйланым. Нисек тә булһа ярҙам итергә теләп, көнкүреш техникаһы запчастарын алып, оҫтахана астым. Икенсенән, “Электроника” предприятиеһы эшсеһе булып иҫәпләнгәс, ирем менән запчастар артынан айына ике тапҡыр Өфөгә барырға тура килә ине. Әйткәндәй, был предприятие ла эшләп килә, уның менән дә хеҙмәттәшлек булдырылған. Шулай итеп, тормош иптәшемдең ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, 2012 йылда оҫтахана астым. “Мин һиңә запчастар ғына бирҙем, ә оҫтахана асырға тимәнем”, тип үпкәләгәне лә иҫемдә. Һөҙөмтәлә, коллектив барлыҡҡа килде һәм халыҡҡа көнкүреш техникаһын ремонтлау буйынса хеҙмәт күрһәтәбеҙ.
- Бөгөн ҡулдарында паяльник тота белгән алтын ҡуллы оҫталар ҡабаттан кәрәк. Шуныһы ҡыҙыҡ, бындай кешеләр илебеҙҙә бик күп. Йәше лә автомобиль электроникаһын, кер йыуыу машинаһын ремонтлай. Пенсия йәшендәге оло ағайҙар ҙа һыуытҡыс, кондиционер, сәйнүктән алып электр ҡырынғысына тиклем икенсе “ғүмер” бирә. Ҡыҫҡаһы, Кулибиндарға байбыҙ. Бөгөн оҫтаханаңда үҙ эшенең оҫтаһы булған белгестәр тупланған. Бындай коллективты туплау өсөн бер генә йыл китмәгәне асыҡ.
- Әлбиттә, көслө, берҙәм коллектив туплағансы, күп тырышырға тура килде. 20 кв.метр бинаны ҡуртымға алып эшемде башлағанда, сменалап эшләгән ике ҡабул итеүсем һәм оҫтахана асылғандан бирле эшләп килгән белгес Салауат Моратшин ғына булды. Юлыма ниндәй генә оҫталар осраманы, төрлөләре булды. Бурыстар китте, ҡуртымға алынған бинаға ла түләргә кәрәк. Эшҡыуарлыҡты ташларға уйлап ҡуйған саҡтарым да булды. Һуңынан, кемдер “Электроника”нан килде, кемдәрҙер инвалидлыҡ буйынса эшләү мөмкинлеге булмаған, эшкә урынлаша алмағандар килде. Бөгөн иһә көслө, үҙ эшенең оҫтаһы булған берҙәм коллектив туплауға ирештем тип әйтергә мөмкин. Бина ла муниципаль ҡарамаҡта. Ылаҡ йондоҙлоғо аҫтында тыуғанғамылыр, ҡуйған маҡсаттарыма ынтылырға тырышам, ныҡышмалығым да етерлек. Коллективымда тиҫтәгә яҡын оҫта эшләй. Оҫталарыма эш етерлек. Үҙҙәре лә бер-береһенә ярҙам итергә тырышып торалар. Әгәр ҙә оҫта техниканы аңлап етмәй, ремонтлай алмай икән, икенселәре килеп ярҙам итеп ебәрә. Ремонтҡа килтерелгән техниканы “дауалау” буйынса консилиум йыйып та ебәрәләр хатта. Үҙемдең Кулибиным да бар - ул көнкүреш техникаһын ремонтлауға ғүмерен биргән Салауат Моратшин. Ҡалалағы оҫтаханаларҙың барыһы менән дә аралашып, хеҙмәттәшлек итәбеҙ, арабыҙҙа көнәркәшлек юҡ. Уларҙың да кәңәштәрен тыңлап, эш итергә тырышабыҙ.
Тулы әңгәмәне гәзиттең 26-сы һанында уҡығыҙ.