“Урал легендалары” туристик поезы – спорттың ҡышҡы төрөн яратҡан туристар араһында билдәлелек яулаған. Үткән йылдың ноябренән алып мартҡа тиклем 6 меңгә яҡын пассажирҙы ташыған. Туристик поезд Өфө-Яңы Абҙаҡ-Өфө маршруты буйынса ял һәм байрам көндәрендә йөрөнө. Дим, Өршәк, Асы, Инйәр, Айғыр, Белорет станцияларында ҡыҫҡа ваҡытлы туҡталыштар ҙа эшләне.Куйбышев тимер юлы туристарға заман талаптарына тура килгән, уңайлы рельс автобустары менән файҙаланыу мөмкинлеге бирҙе. Шулай уҡ, ҡала яны поезына алынған билет булған осраҡта, Яңы Абҙаҡ станцияһынан “Абҙаҡ” тау саңғыһы үҙәгенә бушлай трансфер бирелде. Был хеҙмәтләндереү сифатын һәм маршруттың билдәлелек яулауына булышлыҡ итте.