Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2021, 14:40

«Ҡара” урмансылар тәбиғәткә 2 млн. һумлыҡ зыян килтергән

«Ҡара” урмансылар 2 млн. һумға законһыҙ ағас ҡырҡҡан. Мутлашыусылар бүрәнәләрҙе сығарырға йыйынған ваҡытта тотолған.

«Ҡара” урмансылар 2 млн. һумға законһыҙ ағас ҡырҡҡан. Мутлашыусылар бүрәнәләрҙе сығарырға йыйынған ваҡытта тотолған.
Полицияға енәйәт тураһында Сермән участка урмансылығы хеҙмәткәре хәбәр итә. Урмансы патрулдә йөрөгәнендә ҡырҡылған ағастарҙы шәйләп ҡала.
Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре 1,5 млн. һумлыҡ ҡарағайҙарҙың законһыҙ ҡырҡылыуын асыҡлай. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тарафынан 50 йәшлек фермерҙан законһыҙ ҡырҡылған ағастарҙың бер өлөшө, бысҡы, Т-40 тәгәрмәсле трактор һәм КамАЗ тартып алына.
Ағасты законһыҙ ҡырҡыу осрағы Белорет урмансылығында ла асыҡлана. 63 йәшлек ир ҡайындарҙы ҡырҡып, тәбиғәткә 350 мең һумлыҡ зыян килтерә. Шулай уҡ ағастың бер өлөшө, бысҡыһы, манипуляторлы КамАЗ-ы тартып алынған.
Читайте нас: