Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2021, 15:55

Атайсалыңа файҙа килтерәм тиһәң

Белорет районында “Атайсал” проекты старт алды. Был проект арҡылы инициативалы граждандар үҙенең тыуған төйәгенә файҙа килтереү мөмкинлегенә эйә.

Белорет районында “Атайсал” проекты старт алды. Был проект арҡылы инициативалы граждандар үҙенең тыуған төйәгенә файҙа килтереү мөмкинлегенә эйә.
Хәйер, төрлө өлкәлә уңышҡа өлгәшкән һәм кешеләргә ярҙам итергә ынтылғандар беҙҙең арала бихисап. Ҡатнашырға теләүселәр https://ataisal.ru сайтына инеп, күңеленә ятҡан проектты һайлай йә үҙенекен тәҡдим итә ала.
“Атайсал” порталы Башҡортостанда тыуған кешеләрҙе ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса берләштереү, тыуған ер менән күп яҡлы бәйләнештәр һәм контакттар булдырыу, республиканың мәртәбәһен арттырыу, шул уҡ ваҡытта мәсет-ғибәҙәтханаларҙы тергеҙеү, спорт һәм балалар майҙансыҡтары, музейҙар һәм парктар, ял итеү урындары төҙөү, спорт һәм музыкаль саралар уҙғарыу, балаларға патриотик тәрбиә биреү, йәштәрҙә ауыл тормошона ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу кеүек ауыл халҡын борсоған сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән.
"Сайт ярҙамында уңышлы яҡташтарға төрлө инстанциялар буйлап йөрөргә, ниндәйҙер килешеүҙәр, комиссиялар аша үтергә кәрәкмәй. Портал автоматик рәүештә инициативаны теге йәки был ауыл-ҡаланың етәкселегенә еткерә һәм улар үҙҙәре нисек итеп проектҡа ярҙам итә алыуҙарын хәл итә, - тине Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев. - Мәҫәлән, ҡайҙалыр ер участкаһы бүлеү йәки майҙансыҡ әҙерләү кәрәк. Хакимиәт барлыҡ тәҡдимдәр буйынса халыҡ менән һөйләшә. Ә инициатор иң күбе ун көн эсендә “Эйе, беҙ әҙер” тигән яуап һәм ниндәй йүнәлештә хәрәкәт итеүҙә ярҙам итәсәк яуаплы кешенең координаталарын ала".
Сайт арҡылы ҡайҙа һәм ниндәй проекттар тормошҡа ашҡанын күрергә, эштәр барышын тикшерергә һәм ниндәй муниципалитеттың әүҙем икәнлеген күрергә була. Ҡулланыусылар шулай уҡ ярҙам иткән меценаттарҙың (улар теләһә) фотоһын һәм ниндәй күләмдә ярҙам иткәнен күрә ала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект идеяһы тураһында Радий Хәбиров 2019 йылдың ноябрендә тыуған төйәге - Ишембай районының Һайран ауылына барған саҡта телгә алғайны. Һуңғараҡ журналистар менән осрашҡан сағында яҡташтарҙың тыуған яғына ярҙам итеүе буйынса йәмәғәт программаһын башларға планлаштырыуын белдерҙе.
- Беҙҙә бәләкәй ауыл һәм ҡалаларҙан уңышлы кешеләр бик күп. Әгәр уларҙың һәр береһе өҫтәмә рәүештә тыуған еренә ярҙам күрһәтһә, был урындарҙа тормошто күпкә яҡшыртасаҡ, - тине Радий Хәбиров. - Бәғзе эшҡыуарҙарҙың, матди йәһәттән хәлле кешеләрҙең былай ҙа ярҙам итеп торғанын беләм, тик беҙ был эште системалаштырырға теләйбеҙ. Ошо маҡсатта “Атайсал” проектын тормошҡа ашыра башлайбыҙ. Был дәүләт хәл итә торған проблемаларҙы кешеләр иңенә һалыу түгел, ә күңел саҡырыуы буйынса тыуған ауылдарына, ҡалаларына, мәктәп-балалар баҡсаһына, спорт секцияларына ярҙам итергә теләгән кешеләр өсөн уңайлыраҡ шарттар булдырырға тырышыу ғына.
Читайте нас: