Ҡаланың “Спорт көрәше буйынса спорт мәктәбе” тәрбиәләнеүселәре Өфөлә 18 һәм 21 йәшкә тиклемге йәш спортсылар араһында үткән грек-рим көрәше буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселегендә ҡатнашып, юғары ҡаҙаныштарға иреште.
21 йәшкә тиклемгеләр араһында Хаважи Бакаев - II, Алексей Логвинов III урын яулаһа, 18 йәшкә тиклемгеләр араһында Семен Панов, Артем Севостьянов - I, Алексей Орехов - II, Байали Юдиев, Александр Антонов III урындарға лайыҡ булды.
Спортсыларҙы һәм тренерҙарҙы яҡшы һөҙөмтәләр менән тәбрикләп, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!