Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2021, 11:56

Өлкәндәр өсөн изоляция тәртибе оҙайтылды

Башҡортостанда оло йәштәгеләр өсөн изоляция тәртибе 14 апрелгә тиклем оҙайтылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник сирҙәре булғандар өсөн мотлаҡ изоляция режимы 2021 йылдың 14 апреленә тиклем һаҡлана.
Шулай уҡ республикала йәшәүселәргә медицина хеҙмәткәре тәҡдиме буйынса коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатырға кәңәш бирәләр.
Эш биреүселәргә медицина ойошмалары менән үҙ-ара килешеп хеҙмәткәрҙәргә коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үткәреү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим ителә.
Фото: news.myseldon.com
Читайте нас: