Хәҙер Ноҡат халҡына Интернет селтәрҙәренә сығыр өсөн шарттар булдырылды.
Ошо көндәрҙә тораҡ пунктта Wi-Fi технологияһын ҡулланып Интернетҡа инеүҙе тәьмин итеү буйынса эштәр атҡарылды. Был хеҙмәт төрөн тоташтырыу маҡсаты – Инйәр ауыл хакимиәтенең төпкөл ауылдар халҡын WhatsApp, Viber һәм башҡа ҡушымта-мессенджерҙар ярҙамында туғандары, яҡындары менән тура бәйләнешкә сығарыу мөмкинлеге биреү.
Технология телефон бәйләнешенең аналогы булып та хеҙмәт итә һәм социаль селтәрҙәр менән файҙаланыу мөмкинлеген дә бирә.
Инйәр ауыл хакимиәте сайтынан.