Яңы ҡанундар буйынса хөкүмәт комиссияһы был тәҡдимде хуплаған.
Рәсәйҙәр икенсе юғары белемде лә бушлай ала башлауҙары ихтимал. Әммә был ижади һөнәрҙәргә генә ҡағыла. Был турала “Интерфакс” мәғлүмәт агентлығы илдең юристар ассоциацияһы етәксеһе Владимир Груздевтың һүҙҙәренә таянып хәбәр итә.
Билдәле булыуынса, икенсе тапҡыр бушлай уҡып буласаҡ һөнәрҙәр исемлеген хөкүмәт үҙе төҙөйәсәк. Ә әлегә ул билдәһеҙ.
Әлеге ваҡытта икенсе юғары белемгә эйә булыр өсөн мотлаҡ түләргә кәрәк.