Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2021, 11:25

«Йөрәк һүҙе-2020» шиғриәт бәйгеһенә йомғаҡ яһала

«Йөрәк һүҙе-2020» шиғриәт бәйгеһенә йомғаҡ яһала. Жюри конкурсҡа килгән 87 видеояҙманы ентекләп ҡарап, 12 финалисты һайлап алды. Финалсылар араһында Инйәр мәктәбе уҡыусыһы Нәфис Сәғитуллин һәм яҡташыбыҙ, Рысыҡай ҡыҙы, хәҙер Федоровка районында йәшәгән Хәлисә Багаева ла бар.

Башҡортостанда «Йөрәк һүҙе-2020» шиғриәт бәйгеһенә йомғаҡ яһала. Пандемияға бәйле былтыр проект финалсыларын һәм еңеүселәрен билдәләп булманы. Был хаҡта проект авторы һәм етәксеһе Наилә Сәфәрғолова хәбәр итте.
Жюри конкурсҡа килгән 87 видеояҙманы ентекләп ҡарап, 12 финалисты һайлап алды. Эксперт комиссияһын Башҡорт драма театры актрисаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Эльвира Юнысова етәкләй. Жюриҙа билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре Риф Ғәбитов, Наилә Ғәләүетдинова, Рәйес Исмәғилев, Мөнир Ҡунафин да бар.
Финалсылар:
- Руслан Абдуллин - Күгәрсен районы мәҙәниәт йорто режиссёры;
- Хәлисә Багаева - Фёдоровка районы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, хаҡлы ялда;
- Марс Сәйетғәлин - Әбйәлил районы Байым мәҙәниәт йорто директоры;
- Зилиә Йәнбулатова - Стәрлебаш районынан, судья, хаҡлы ялда;
- Гөлфирә Әхмәтшина - Благовар районы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, хаҡлы ялда;
- Гүзәл Батталова - Туймазы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге баш белгесе;
- Инсаф Йәмилев - Өфө ҡалаһының күп функциялы үҙәгендә юрисконсульт;
- Гөлдәр Хәйбуллина - Стәрлебаш районы, хаҡлы ялда;
- Эльвина Семёнова - Стәрлетамаҡ сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенты;
- Шәүрә Мырҙагәрәева - Өфө ҡалаһында матурлыҡ салонында эшләй;
- Әлиә Шиһапова - М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты;
- Нәфис Сәғитуллин - Белорет районы Инйәр ҡасабаһы мәктәбе уҡыусыһы.
Читайте нас: