Программаның маҡсаты – Башҡортостан биләмәһендәге күп фатирлы йорттарҙа граждандар өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыу. Эштәр исемлегенә ихата юлдарына асфальт түшәү, өҫтәмә парковка урындары булдырыу, хәүефһеҙ резина япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, йәшелләндереү, мәғлүмәт стендтары, видеокүҙәтеү ҡуйыу, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар контейнерҙары майҙансыҡтары, бәләкәй архитектура формалары булдырыу инә.
2021 йылда республика программаһы буйынса Белоретта дүрт ихата төҙөкләндереләсәк. Подрядсылар «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә ихата биләмәләрен төҙөкләндереү эштәренә май айында тотонасаҡ. Ҡаланың Коммуналь, 25 һәм Тюленин, 1, 1а (Лука биҫтәһе), Силәбе, 7,11 (Октябрьский биҫтәһе), Киров 60,62,64, Ленин, 27, 29 йорттары ихаталары төҙөкләндереләсәк. 49 мең кв.метр тәшкил иткән майҙанға 37 млн. һум сарыф итеү ҡаралған. Аҡса республика һәм муниципаль бюджеттарҙан бүленә.