Өфөлә 1 апрелдән Дим ҡала дауаханаһы яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторған пациенттарҙы ҡабул итмәй. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ошо хаҡта белдерҙе.
«Хәҙер дауахана планға ярашлы эшкә күсергә әҙерләнә, — тине спикер. — Әлеге көндә республикала ковид-сирлеләр өсөн койкаларҙың дөйөм һаны – 1668, 90% тулы».
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Өфөнөң Дим ҡала дауаханаһы тәүгеләрҙән ковид-госпиталь йүнәлешендә эшләй башланы. Койка фондының 30% буш торғанлыҡтан, пациенттарҙы ғәҙәти режимда ҡабул итеү ойошторола.
5 апрелгә Башҡортостанда 32 881 коронавирус осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә 103 кешегә күберәк. Республикала 213 кеше – стационарҙа, 3 931-е өйҙә дауалана. Дүрт сирленең хәле ауыр.