Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2021, 10:04

"Республика халҡы өсөн бик файҙалы буласаҡ"

"Республиканың көнбайышына Өфө-Приютово экспрестарын ебәрәсәкбеҙ. Тиҙ йөрөшлө поездар Белоретҡа ла туристарҙы һәм тау саңғыһын яратыусыларҙы йөрөтәсәк", - тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.

"Был тимер юл йүнәлеше Башҡортостандың көньяғындағы эре сәнәғәт үҙәктәре өсөн ҡулайлы буласаҡ. Уңайлы һәм хәүефһеҙ «Орлан» сәғәтенә 120 саҡрымға тиклем тиҙлектә йөрөй ала.
Һығылмалы ваҡыт теҙмәһе, аҙ хәрәкәтле граждандар өсөн маайҙансыҡтары булған заманса вагондар – бынан ары Өфөнән Күмертауға 3 сәғәт тә 50 минут ваҡытта барып етергә мөмкин буласаҡ. Быға тиклем Стәрлетамаҡтағы күсеп ултырыуҙы иҫәпкә алып, юлға ете сәғәт ваҡыт китә ине.
Шуны әйтергә теләйем – беҙҙә Рәсәй тимер юлдары менән башҡа төрлө мөнәсәбәт пландары ла бар. Республиканың көнбайышына Өфө-Приютово экспрестарын ебәрәсәкбеҙ. Тиҙ йөрөшлө поездар Белоретҡа ла туристарҙы һәм тау саңғыһын яратыусыларҙы йөрөтәсәк. Өфө агломерацияһында пассажирҙар ташыу буйынса ла эштәрҙе ойоштороу планда бар”, - тине республика етәксеһе.
Читайте нас: