Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2021, 15:36

Йәнә дүрт кеше COVID-19 ҡорбандары исемлеген тулыландарҙы

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда тағы дүрт кеше коронавирустан үлгән. Шулай итеп, республикала 378 кеше «ковид» ҡорбаны булған.

Республиканың яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы сир буйынса мәғлүмәттәрҙе яңыртты. Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда тағы дүрт кеше коронавирустан үлгән. Шулай итеп, республикала 378 кеше «ковид» ҡорбаны булған.
Пандемия башланғандан алып республикала 32 881 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланған. 28 359 кеше һауыҡҡан, 121-е – һуңғы тәүлектә. 102 209 кеше вакцинаның ике компонентын да алған.
Фото: rusovok.ru
Читайте нас: