«Рәсәйҙең студент һылыуҡайы-2021» конкурсында Башҡортостан исеменән 22 йәшлек Анастасия Проломова сығыш яһай.
Ҡыҙ Өфө дәүләт авиация техник университетының IV курсында уҡый. Тыуған яғы - Межгорье, былтыр «Өфө һылыуҡайы-2020» исемен яулаған.
Анастасия сәләмәт тормош алып бара, бейеү менән шөғөлләнә, республикала үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнаша, фотоға төшөү менән мауыға.
Милли матурлыҡ конкурсы 11-16 апрелдә Архангельскиҙа ойошторола, тотош илдән 65 ҡыҙ ҡатнаша.
Уларҙы «Ижади номер», орфографик диктант, үҙеңдең тыуған яғың, уҡыу йортоң менән таныштырыу, дефиле, фотоэтап кеүек һынауҙар көтә.