6 апрелгә мәғлүмәттәр буйынса, тәүлек эсендә Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороуҙың 104 осрағы асыҡланған. Статистиканы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб хәбәр итте.
Асыҡланған сирлеләрҙең дөйөм һаны – 32 985. Пандемия башланғандан алып 380-е коронавирустан үлгән. Уҙған тәүлектә ике кешенең ғүмере өҙөлгән.
Тәүлек эсендә 151 пациент һауыҡҡан. Эпидемия осоронда 28 510 кешенең һауығыуы теркәлгән.
Башҡортостанда 103 851 кеше яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы препарат менән вакцинацияның ике этабын да үткән.