Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2021, 12:45

Күргәҙмәлә - Үлсәү ҡорамалдары заводы һәм Башҡорт тау үләндәре

Март аҙаҡтарында үткән мәртәбәле күргәҙмәлә Иҙел башын «Үлсәү ҡорамалдары заводы» сауҙа йорто һәм «Башҡорт тау үләндәре» йәмғиәте күрһәтте.

“Агрокомплекс” күргәҙмәһе Өфөлә инде 31-се тапҡыр үткәрелә. Унда биш күргәҙмә комплексы майҙансыҡтарында Рәсәйҙең 37 төбәгенән 310 компания ҡатнашты. Шулай уҡ Чехия, Венгрия, Беларусь Республикаһы кеүек сит илдәрҙең компаниялары һәм вәкилдәре килде. Ә инде Байкал аръяғы крайы, Тверь һәм Омск өлкәләре Өфөлә беренсе тапҡыр үҙҙәренең коллектив стендтарын күрһәтеүҙе ойошторған.
Ауыл хужалығы техникаһы һәм комплекттарын етештереүселәр, ветеринария һәм малсылыҡ, үҫемлекселек, ауыл хужалығы тауарын етештереү, агрохимия, ауыл хужалығы комплексы предприятиеларына хеҙмәт күрһәтеү кеүек йүнәлештә махсуслашҡан компаниялар ҙа ҡатнаша.
Мәртәбәле күргәҙмәлә Иҙел башын «Үлсәү ҡорамалдары заводы» сауҙа йорто һәм «Башҡорт тау үләндәре» йәмғиәте күрһәтте.
Үлсәү ҡорамалдары заводы үлсәү ҡорамалдары ғына түгел, фасовкалау дозаторҙары етештерә. Завод Башҡортостан Республикаһы буйынса етештереүселәр Ассоциацияһында ла тора. Сауҙа йорто күргәҙмәлә элеватор үлсәүҙәре тәҡдим итте.
Ә Белорет «Башҡорт тау үләндәре» йәмғиәте тәҡдим иткән үлән сәйҙәренә етеүсе булманы. Етәкселек бер нисә сауҙа нөктәләре менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса һөйләшеүҙәр алып бара. Үткән йылда предприятие Силәбе менән килешеү төҙөгән дә инде.
Читайте нас: